dcsimg

Артыш ( baškiiri )

tarjonnut wikipedia emerging languages

Артыш (рус. Можжеве́льник обыкнове́нный, лат. Juníperus commúnis) — Кипаристар (Cupressaceae) ғаиләһенә ҡараған йыл буйы йәшел төҫөн юғалтмаған бәләкәй ылыҫлы ағас үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Яҡтылыҡ яратыусы мәңге йәшел ылыҫлы ике өйлө ҡыуаҡ йәки 100—200 йәшкә етеүсе, бейеклеге 1—3 м тиклем тәпәш ағас. Сатыры йомортҡа, конус формаһында йәки тәпәшәк (йәйенке). Йәш үҫемлектәрҙең япрағы энәле, ҙурҙарыныҡы — ҡаты, энә һымаҡ, оҙонлоғо 4—20 мм, суғында 3‑әр бөртөк (казак А. тәңкә формаһында, оҙонлоғо 1—2 мм, ҡапма‑ҡаршы, парлы). Ата тубырсыҡтар ваҡ, һары, оҙонса, йәш инә тубырсыҡтар аҡһыл йәшел, йомортҡа формаһында, 3—6 орлоҡ тәңкәһенән тора. Һеркәләнеүе апр. аҙағында — май башында яңы ылыҫы барлыҡҡа килгәнгә тиклем була. Һеркәләнгәндән һуң инә тубырсыҡ тумалаҡ һутлы «тубырсыҡ емеш» булып үҫеп китә, ул 2—3 йылда өлгөрә. Тубырсыҡтар, нигеҙҙә, ҡоштар ярҙамында тарала. Казак А. башлыса Башҡортостан Республикаһының көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш райондарында ҡоро, ташлы битләүҙә һәм асылып ятҡан эзбизле ерҙә, ябай артыш Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының ылыҫлы урмандарының ваҡ ағаслыҡтарында, һирәгерәк Башҡортостандың Урал алдының төньяғында үҫә. Себер артышы урмандың өҫкө сиге янында тауҙарҙың ташлы битләүҙәрендә, һирәк осраҡта ҡарағас, шыршы урмандарының ваҡ ағаслыҡтарында һәм кәкре ҡайын урмандарында (Белорет, Учалы р‑ндары) осрай. Декоратив үҫемлектәр; һөҙәклектәрҙе нығытыу өсөн ҡулланыла. Ябай А. тубырсыҡтары составында фитонцидтар, эфир майҙары бар, медицинала, аҙыҡ‑түлек һәм парфюмерия‑косметика сәнәғәтендә ҡулланыла. Казак А. — ағыулы үҫемлек.. Бейеклеге 1-3 м тирәһе, сәскәһе йәшкелт, емеше йылына бер өлгөрә. Артыш ҡомло һәм ташлы тупраҡта, ҡырағай һәм ҡырағай ҡатнаш урмандарҙа үҫә. Башҡортостанда Белорет, Бөрйән, Архангел, Ғафури, Дүртөйлө райондарында йыш осрай.

Juniperus communis - Köhler–s Medizinal-Pflanzen-082.jpg

Фотографиялар

Әҙәбиәт

  • Губанов И. А., Киселёва К. В., Новиков В. С., Тихомиров В. Н. 895. Althaea officinalis L. — Можжевельник обыкновенный// Иллюстрированный определитель растений Средней России. В 3-х томах — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2. Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 550. — ISBN 9-87317-128-9
  • Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. — 160 б. — ISBN 5-295-01499-1
lisenssi
cc-by-sa-3.0
tekijänoikeus
Wikipedia authors and editors
alkuperäinen
käy lähteessä
kumppanisivusto
wikipedia emerging languages