dcsimg

Мамыҡбаш күрән ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Мамыҡбаш күрән (лат. Erióphorum, рус. Пушица) — күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле[2]; п The Plant List мәғлүмәттәре буйынса (2013) — 27 төр[3]. Элекке СССР биләмәһендә 12 төрө үҫә[4].

Таралышы

Башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Кәҫлектәр һәм түңгәктәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ тамырһабаҡлы үлән. Ҡырҡбашаҡ мамыҡбаш күрән һаҙлыҡтарҙа, үлән баҫа башлаған күлдәрҙә һәм һаҙлы болондарҙа Башҡортостандың бөтә территорияһында, киң япраҡлы мамыҡбаш еүрән — Башҡортостандың Урал алдында һаҙлыҡтарҙа һәм һаҙлы болондарҙа, еңсәле мамыҡбаш күрән республиканың төньяҡ һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң юғары өлөштәрендә сфагнум һаҙлыҡтарында үҫә. Сүсле үҫемлектәр, декоратив үҫемлектәр. Һомғол мамыҡбаш күрән. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ботаник яҙма

 src=
из книги A. Masclef «Atlas des plantes de France», 1891

Һабаҡтары цилиндр формаһында йәки өс ҡырлы, бейеклеге 15—80 см. Япраҡтары сиратлы, ҡыяҡ, яҫы йәки өс ҡырлы, тамыр яны япраҡтары оҙон, һабаҡ япраҡтары ҡыҫҡартылған йәки еңсәләргә тиклем редукцияға бирелгән. Сәскәләре ваҡ, ике енесле, тәңкәләр менән ҡапланған, суҡ йәки ҡалҡан рәүешле сәскәлектәр барлыҡҡа килтереүсе спираль һымаҡ башаҡтарға йыйылған. Сәскә эргәлеге аҡ йәки ерәнһыу төктәрҙән тора, улар, сәскә атҡандан һуң оҙонайып, мамыҡлыҡ барлыҡҡа килтерә. Апрель—майҙа сәскә ата. Емеше — сәтләүек, июнь—июлдә өлгөрә.

Иҫкәрмәләр

  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  2. Арктическая флора СССР. Вып. III / Сост. Т. В. Егорова, В. В. Петровский, А. И. Толмачёв, В. А. Юрцев; Под ред. А. И. Толмачёва — Л.: Наука, 1966. (Тикшерелгән 25 февраль 2010)
  3. Species in Eriophorum // The Plant List (2013). Version 1.1. (инг.)
  4. Ҡалып:ТраврастСССР (Тикшерелгән 26 февраль 2010)

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Мамыҡбаш күрән // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Мамыҡбаш күрән: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Мамыҡбаш күрән (лат. Erióphorum, рус. Пушица) — күрән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле; п The Plant List мәғлүмәттәре буйынса (2013) — 27 төр. Элекке СССР биләмәһендә 12 төрө үҫә.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors